09:30 (UTC+5), 30 Апреля 2015

Еңеү көнө айҡанлы Башҡортостан «Китап» нәшриәте автоуҙыш ойоштора

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың ҡала һәм райондарында китап күргәҙмә-сауҙаһын ойоштора. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнала.
Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында», «Уларҙың ҡаһарманлығы — үлемһеҙ», Талха Ғиниәтуллиндың, Суфиян Поварисовтың һәм Шакир Янбаевтың «Һайланма әҫәрҙәре», «Кеше яҙмышы» (төҙөүсеһе Сабир Шәрипов); Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ», Рәшиҙә Бикмәтованың «Берлинға тиклем!», Екатерина Савельеваның «Еңеү ҡоралы» китаптары; мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары, уҡыу һәм методик әсбаптар тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә 13 һәм 14 майҙа Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, 15 майҙа — Әбйәлил районы Асҡар ауылының Үҙәк китапханаһында, 16 майҙа — Баймаҡ районы Темәс ауылының үҙәк майҙанында, 17 майҙа Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк баҙарында ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика