Радик Юльяҡшин — башҡорт эстрадаһында популяр йырсыларҙың береһе, йырҙар авторы һәм аранжировкалаусы, продюсер. Республика конкурстарында бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булған, альбомдар сығарған. Башҡорт, татар, рус телдәрендә йырлай. Хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй һәм Elvin Grey псевдонимы аҫтында сығыш яһай. 2014 йылда артист Григорий Лепс ойошторған
конкурста еңеү яуланы. Унда бөтә Рәсәйҙән башҡарыусылар ҡатнашты.