08:59 (UTC+5), 15 Апреля 2015

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Себер ҡалалары буйлап гастролдәргә сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Рәсәйҙең төньяҡ төбәктәрендәге ҡалалар буйлап гастролдәргә сыҡты. Танылған ижади коллективтың сығыштарын Сорғот, Төмән, Нижневартовск, Екатеринбург, Ҡурған, Силәбе, Миәс, Снежинск тамашасылары ҡарай ала. Гастролдәр 13 апрелдән 25-нә тиклем дауам итә. Ансамбль Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге булышлығында өлкәнең башҡорттар күпләп йәшәгән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла сығыш яһай.
Ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, гастролдәр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған. Концерт программаһы репертуарҙағы иң яҡшы әҫәрҙәрҙән төҙөлгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика