06:16 (UTC+5), 14 Апреля 2015

«Һылыуҡай» конкурсы финалсылары еңеүсе тажы өсөн һынау тоторға әҙер

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Иң һылыу башҡорт ҡыҙы өсөн төп бүләк — диадема һәм гәүһәр менән биҙәлгән алтын муйынсаҡ. Ул «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә еңеүсегә тапшырыла. Финал 18 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. 13 апрелдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында ойоштороусылар ошо сараға әҙерлек хаҡында һөйләне һәм журналистарҙы конкурстың финалсылары менән таныштырҙы.
— «Һылыуҡай» бәйгеһе 23-сө тапҡыр уҙғарыла. Ошо йылдар эсендә унда 200-ҙән ашыу башҡорт һылыуҙары ҡатнашты. Республиканың район һәм ҡалаларында һайлап алыу турҙары үтте. Өфөгә һайлап алыу турына 50-нән ашыу ҡыҙ килде. Быйыл Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Магнитогорск ҡалалары вәкилдәре лә бар. Конкурстың режиссеры — Айгөл Сиражетдинова, — тип һөйләне бәйгене ойоштороусыларҙың береһе, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина.
— Рәсәйҙә оҙаҡ йылдар барған башҡа милли конкурс юҡ. Быйыл ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса сибәр, һәләтле, матур бейейҙәр, башҡорт телендә аралашалар. Светлана Кожаринова ҡатнаш ғаиләлә тыуып үҫһә лә, телде яҡшы белә. Һәр ҡатнашыусы үҙенсәлекле: мәҫәлән, бер ҡыҙыбыҙ ҡурайҙа уйнай, — тип билдәләне режиссер.
Бәйгелә Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сибай, Ишембай, Магнитогорск ҡалаларынан, Бөрйән, Салауат, Хәйбулла, Күгәрсен, Баймаҡ райондарынан ҡыҙҙар ҡатнаша.
— Элегерәк Мәскәүҙә байрамдар, дискотекалар, һабантуйҙар үткәрә инек. Хәҙер йыл һайын «Һылыуҡай» конкурсын ойошторабыҙ. Ете дәғүәсе араһынан «Алтын ай» бейеү ансамблендә шөғөлләнгән Әлфиә Килдейәрованы һайлап алдыҡ, — тип хәбәр итте Мәскәү ҡалаһында «Һылыуҡай» конкурсын ойоштороусы Гөлнара Барлыбаева.
Иң йәш ҡатнашыусыға — 16, иң өлкәненә 21 йәш. Тажға дәғүә итеүселәр араһында модель агентлығында эш тәжрибәһе булғандар ҙа, шулай уҡ уҡыусылар һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары бар.
Бейеүҙәрҙе конкурстың хореографы Азалия Дилмөхәмәтова һәм Әнүәр Шафиҡов ҡуя. Ике аҙна эсендә ҡыҙҙар бейергә, матур атлап йөрөргә, йырларға өйрәнә. Дефиле, өйгә эш һәм ижади конкурстарҙан тыш, Әҙәбиәт йылына арналған һынау ҙа буласаҡ.
Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә «Әс-Сәләм» эстрада төркөмө сығыш яһаясаҡ. Бәйгене Рөстәм Ғизәтуллин менән Илсур Тайсин алып бара.
11 апрелдә «Туған тел» каналында һылыуҡай көндәлектәре күрһәтелә башланы. Көн һайын киске сәғәт 10-да ҡыҙҙарҙың конкурсҡа нисек әҙерләнгәнен ҡарарға мөмкин. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның интерактив тапшырыуҙар етәксеһе Наил Юнысов хәбәр итеүенсә, конкурстың финалы 25 апрелдә киске сәғәт 9-сы 15 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә. Социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү дауам итә. Әле унда Баймаҡ районынан Илнара Рахманғолова алда бара.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы булышлығында «Туған тел» телеканалы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика