07:33 (UTC+5), 13 Апреля 2015

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Екатеринбургта Башҡорт мәҙәниәте фестивалендә сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12 апрелдә Екатеринбургта Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге XII төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивален ойоштора. Сара Урта Урал халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале сиктәрендә үтә.
Фестиваль Екатеринбург ҡалаһындағы «Йәдкәр» башҡорт театр коллективының 15 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арнала. Унда Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Азат Биксурин, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, вокалист Айгиз Ханов һәм «Сармат» эстрада төркөмө аккомпаниаторы, баянсы Илшат Рыҫбав сығыш яһай. Сарала ҡатнашыусылар араһында Екатеринбург ҡалаһының, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең ижади коллективтары бар.
Фестиваль Свердловск өлкәһе дәүләт халыҡ ижады һарайының ҙур концерт залында уҙа (Екатеринбург ҡалаһы, Фестиваль урамы, 12).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика