15:19 (UTC+5), 09 Апрель 2015

Китапханалар төнөндә өфөләргә китаптар менән селфи сәнғәтендә ярышырға тәҡдим итәсәктәр

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Апрелдә Рәсәйҙә, ғәҙәттәгесә, «Китапханалар төнө» исемле социаль-мәҙәни акция уҙғарыла. Өфө китапханалары ҡала халҡын 24 апрелдә үтәсәк байрамға саҡыра. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, китапханалар киске сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем эшләйәсәк.
2015 йылдың темаһы — «Көндәлегеңде ас — ваҡытты тотоп ал». Байрам ҡаланың бер нисә китапхана майҙансыҡтарында үткәрелә.
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың программаһы Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Китапхана директоры Айгөл Моратова һөйләүенсә, һәр бүлек ҡыҙыҡлы программа әҙерләй. Байрам ҡунаҡтары «Әҙәбиәт йылы» исемле ҙур китап янында үҙҙәрен фотоға төшөрөп, иң яҡшы селфи конкурсында ҡатнаша ала. Тағы ла китап һаҡлағыстарға экскурсиялар, балалар майҙансығы ойошторола, унда төрлө бүләктәр уйнатыла. Китапхана «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге менән берлектә әҙәби персонаждар ҡатнашлығында уйын да тәҡдим итә.
Үҙәк ҡала китапханаһы «Ваҡыт буйлап сәйәхәтсенең көндәлеге» тип аталған театрлаштырылған тамашаға саҡыра. Ҡунаҡтарҙы «Театр плюс китап» проектының презентацияһы, Рус һәм Башҡорт драма театрҙары актерҙары менән осрашыу, «Аиша» журналы редакцияһы менән танышыу, «Букинист» магазины директоры В.В.Лязин менән осрашыу көтә. Үҙәк ҡала китапханаһының адресы: Комсомол урамы, 138. Телефон: 237-30-52.
6-сы китапханалағы «Әҙәби мода йорто»нда ваҡыт буйлап китап тарихы менән танышырға мөмкин буласаҡ. Уның адресы: Революция урамы, 165. Телефон: 228-72-19.
10-сы моделле китапхана «Әҙәбиәт көҙгөһөндә күңел» программаһын тәҡдим итә. Китап уҡыусылар өсөн Өфө яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашыу, уңдан һулға яҙыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Адресы: Ғафури урамы, 17. Телефон: 251-72-43.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика