09:31 (UTC+5), 08 Апреля 2015

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында республика халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса конкурс башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында дәүләт телдәре һәм республика халыҡтары телдәре проблемаһын яҡтыртыу буйынса республика конкурсы башланды. Ул 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм өйрәнеү республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Бәйгенең маҡсаты — киң мәғлүмәт сараларын дәүләт телдәре үҫешен яҡтыртыуға йәлеп итеү, әҙәби нормаларҙы үтәүгә ярҙам, республиканың дәүләт телдәре үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу.
Бәйгелә республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзит, журнал редакциялары һәм айырым авторҙар, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет, телевидение һәм радио) ҡатнаша ала. Конкурсҡа республика халыҡтары телдәрендә яҙылған (руссаға тәржемәһе булыуы мотлаҡ) төрлө жанрҙағы (мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк) эштәр тапшырыла.
Бәйгегә ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем баҫылған материалдар тәҡдим ителә. Эштәрҙең һаны сикләнмәй. Материалдарҙы 2015 йылдың 10 ноябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 413/1-се бүлмә. Телефон: (347) 218-07-72.
Конкурс тураһында положение, ҡатнашыу өсөн заявка Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының рәсми сайтында, республика Журналистар союзы сайтында баҫылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика