06:22 (UTC+5), 08 Апреля 2015

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы Рәсәй ҡалаларында күрһәтеләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Тиҙҙән башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Әсә» нәфис фильмы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Һамарҙа һәм Пермдә күрһәтеләсәк.
19 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-лә Мәскәүҙең «Сатурн» кинотеатрында ҙур тамаша була.
Кинотаҫманың продюсеры һәм «Арҡайым продакшн» студияһы директоры Фәнил Ғәлимов хәбәр итеүенсә, фильм бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдарҙа, кинофестивалдәрҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, 21 апрелдән 25-нә тиклем башҡорт режиссерының ҡыҫҡа метражлы фильмы Һамарҙа «Балаларға — кино» халыҡ-ара кинофестивалендә, 18 майҙан 24-нә тиклем Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә күрһәтелә. 10 майҙан 24-нә ҡәҙәр «Әсә» фильмы Анкарала Халыҡ-ара ғаилә фильмдары кинофестивале, 30 майҙан 31-нә тиклем Ульяновскиҙа «ТөбәкКино — 2015» төбәк кино төшөрөүселәренең бөтә Рәсәй форумы тамашасыларына тәҡдим ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге көндә фильм республика ҡала һәм райондарында күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика