06:50 (UTC+5), 07 Апреля 2015

«Илһам шишмәләре» байрамында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаттары билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт байрамы уҙҙы. Унда шағирҙар араһында еңеүселәр, Бәләбәйҙең Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаттары билдәләнде, дүрт телдә донъя күргән «Йәйғор» альманахының исем туйы үтте. Фестивалдә рус, башҡорт, татар һәм сыуаш халыҡтарының шиғриәте тәҡдим ителгән, был мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм демократик йәмғиәттә милли ижадтың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
Быйыл шиғриәт фестивалендә 245 автор (рус телендә яҙыусылар — 92, башҡортса — 40, татарса— 72, сыуашса— 41) ҡатнашты. Уларҙың яртыһынан күбеһе шиғырҙарын фестивалгә тәүге тапҡыр ебәргән. Башҡортостандың һигеҙ әҙәби берләшмәһенән альманахтар һәм коллектив заявкалар килгән. Фестивалдең географияһы киң: Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан республикалары, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Пермь, Һамар, Магнитогорск, Бәләбәй ҡалалары, республиканың күп кенә райондары. Шулай уҡ Орел өлкәһенән дә ҡатнашыусылар бар. Ҡатнашыусыларҙың йәше 12-нән 90 йәшкә тиклем, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
Жюри ҡарары менән фестивалдең Гран-приһын Өфөнән Роберт Фәтхиев яуланы. Салауаттан Рамазан Ҡолмөхәмәтов беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды Күмертауҙан Алексей Уваров менән Санкт-Петербургтан Наталья Ефимова бүлеште.
«Илһам шишмәләре» төбәк-ара шиғриәт фестивале барышында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия тапшырылды. Уны Бәләбәй районы хакимиәте булдырған. 2015 йылда шағир Рәмил Йәнбәков башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ошо премияға лайыҡ булды. Шулай уҡ премия әҙәби ижад һәм «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивале идеяларын әүҙем пропагандалағаны өсөн Стәрлетамаҡ районынан Любовь Әфләтуноваға һәм Өфөнән Леонид Соколовҡа, «Фәтих Кәримдең тормошо һәм яҙмышы» китабы өсөн Ҡазандан Рәмил Сарчинға һәм Федоровка районынан Зинаида Семеноваға (Сурбан) бирелде.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика