11:40 (UTC+5), 02 Апреля 2015

Республика белгестәре Ҡурған өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан белгестәре Ҡурған өлкәһе Сафакүл һәм Әлмән райондарының башҡорт коллективтары етәкселәре һәм үҙешмәкәр сәхнә оҫталары өсөн семинар үткәрҙе.
Семинар «Ҡурған өлкәһенең мәҙәни киңлегендә башҡорт мәҙәниәте коллективтарының художестволы ижады» темаһы буйынса үтте. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа 292 кеше ҡатнашҡан, иң кесеһенә — биш, иң олоһона 75 булған.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Фәнисә Аҡсурина Шәжәрә байрамын ойоштороу һәм үткәреү алымдары хаҡында һөйләне. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова «Милли ижади коллективтарҙа вокаль-хор эшенең үҙенсәлектәре» темаһы буйынса сығыш яһаны һәм «Абултай килендәре» фольклор ансамбле миҫалында вокаль коллектив менән эшләү алымын күрһәтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов башҡорт бейеүе хәрәкәттәрен өйрәтте, Алмаз Ғарипов менән ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Минлеғәфүр Зәйнетдинов ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөрҙө.
— Мин бында өсөнсө тапҡыр киләм һәм оҫталыҡ дәрестәре яҡшы һөҙөмтәләр бирә, тип әйтә алам. Балаларҙа ҡумыҙға ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ, тарихын һөйләйбеҙ, ҡайһылай итеп тауыш сығарырға өйрәтәбеҙ. Семинарҙа ҡатнашыусылар уйнау оҫталыҡтарын нығытыр һәм беҙ Мәсетле районында үтәсәк Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында осрашырбыҙ тип ышанам, — тип хәбәр итте Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.
Түңәрәк өҫтәлдә квалификациялы кадрҙар, методик ҡулланмалар менән тәьмин итеү, коллективтарға костюмдар алыу мәсьәләләре, шулай уҡ төбәктә үҙешмәкәр ижадты үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
Семинар «2008-2017 йылдарға Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡурған өлкәһенең Мәҙәниәт идаралығы, Ҡурған өлкәһе халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сафакүл районы хакимиәте һәм Сафакүл районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге тарафынан ойошторолдо.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика