05:27 (UTC+5), 31 Марта 2015

Йырсы Әлфиә Кәримова «Ижади саҡырыу» хәйриә акцияһында ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ҡаҙағстандың «Астана-опера» театры солисы Әлфиә Кәримова «Ижади саҡырыу» хәйриә акцияһында ҡатнашты.
Йырсы башҡорт халыҡ йыры «Бейеш»те башҡарҙы. Милли фольклор ынйыларының береһе, оҙон көйлө тарихи йыр башҡарыусынан киң диапазон, техник оҫталыҡ һәм ихласлыҡ талап итә. Ошо йыр уның яңы аудиоальбомында урын аласаҡ.
Әлфиә Кәримова эстафетаны коллегаларына — балет артистары Гөлсинә Мәүлекәсоваға һәм Илдар Маняповҡа, журналист һәм балет тәнҡитсеһе Нина Жиленкоға, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры, «Оскар-ансамбль» етәксеһе Владислав Самойловҡа тапшырҙы.
— Был бик яҡшы акция, сөнки мәҙәниәт ветерандары матди ғына түгел, эмоциональ ярҙамға ла мохтаж. Ижади кешеләрҙең барыһына ла иғтибар кәрәк. Акция төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Был ҡатнашыусыларға, ветерандарға, шулай уҡ тамашасыларға ла ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайым, — тип хәбәр итте Әлфиә Кәримова.
Танылған йырсы донъяның төрлө ҡалаларында сығыш яһай һәм ижади проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Февралдә ул Испанияла XXVII Бөтә донъя Универсиадаһын ябыу тантанаһында, Ҡаҙағстанда иң яҡшы артистар менән сығыш яһаны. 2017 йылда унда XXVIII Бөтә донъя ҡышҡы Универсиада үтә. Мартта Әлфиә Кәримова Яҡутстандың Опера һәм балет театрында Дж.Вердиҙың «Риголетто» операһында Джильданы башҡарҙы, һуңынан Ҡаҙағстандың Чимкент һәм Усть-Каменогорск ҡалаларында концерт ҡуйҙы. Өфөләр иһә февралдә үткән «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара фестивалендә йырсының сығышын тамаша ҡыла алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика