Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2015, 16:42

Баш ҡаланың «Йатаған» ансамбле һәм Йәштәр оркестры Ҡазанда үткән бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының халыҡ ҡоралдары ансамбле һәм Йәштәр оркестры Ҡазанда үткән оркестрҙар һәм музыка ҡоралдары ансамблдәренең «Халыҡ көйҙәре» X Бөтә Рәсәй конкурсында ике премияға лайыҡ булды. Конкурс Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында уҙҙы.
«Йатаған» ансамбле составында башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнаусылар: Илдар Шакиров (етәксе, йатаған, думбыра), Морат Джанизаков (ҡурай), Рәсим Лоғаманов (һуҡма), Аяз Нухов (ҡыл-ҡумыҙ, виолончель) сығыш яһай. Ансамблдең репертуарына һирәк яңғыраған фольклор өлгөләре ингән.
Дирижер Линар Дәүләтбаев етәкләгән Йәштәр оркестры Морат Әхмәтов, Георгий Шендырев, Рәжәп Шәйхетдинов, Марс Макаров, Виктор Маляровтың әҫәрҙәрен башҡарҙы.
— Өфөнән 35 кешенән торған делегация килде. Конкурста Татарстан ҡалаларынан, Мәскәү, Тольятти, Йошкар-оланан 10 оркестр ҡатнашты. Беҙ беренсе урын яулаған Тольяттиҙың филармония оркестрынан ғына ҡалыштыҡ. Тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Жюри ағзалары өлгәшкән уңыштарҙа туҡтап ҡалмайынса, яңы үрҙәр яулауыбыҙҙы, ә «Йатаған» ансамбленең милли колоритын юғалтмауын теләне, — тип һөйләне Өфө дәүләт сәнғәт академияһының проректор ярҙамсыһы Рәил Аллаяров.
Жюри составына билдәле музыканттар һәм коллектив етәкселәре — Рәсәйҙең халыҡ артисы, Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор А.И.Шутиков, Татар дәүләт филармонияһы директоры К.Н.Нуруллин, Рәсәйҙең халыҡ артисы, композитор А.А.Цыганков, Рәсәйҙең халыҡ артисы, М. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы профессоры Ш.С.Әмиров, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Р.Ю. Шәйхетдинов, Н.Г.Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы профессоры В.И.Яковлев инде.
Читайте нас: