07:21 (UTC+5), 23 Март 2015

Баш ҡалала Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестиваль асылды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале «Анюта» балеты премьераһы менән асылды. Спектаклде танылған бейеүсе, 30 йылдан ашыу Ҙур театрҙа эшләгән, хореограф һәм режиссер, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Васильев сәхнәгә ҡуйған.
«Анюта» балеты республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде. Уның нигеҙендә А.П.Чеховтың «Анна на шее» хикәйәһе ята. Аһәңле моң, сағыу бейеүҙәр яңы спектаклдең Өфө театры репертуарында ныҡлы урын аласағына шик тыуҙырмай. Спектакль ҡапма-ҡаршылыҡтарға ҡоролған: мөхәббәт лирикаһын ябай ҡалалағы юғары ҡатлам вәкилдәренең көнкүреше алмаштыра.
Актерҙар ролдәрҙе бик оҫта уйнаны. Анюта партияһын Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнова башҡарҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Андрей Брынцев — Модест Алексеевич, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Маняпов — Артынов, Сергей Бикбулатов — Студент, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов — Ғали йәнәптәре, Максим Купцов Петр Леонтьевич ролдәрен (ул тышҡы ҡиәфәте буйынса Чеховҡа оҡшаған) уңышлы атҡарҙы. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 1986 йылдағы премьера ваҡытында Петр Леонтьевич партияһын Владимир Васильев үҙе башҡарған.
Алда — йәнә биш фестиваль көндәре: «Анюта», «Жизель» һәм «Аҡҡош күле» балеттары, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Фронт хаттары» спектакленең премьераһы, тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән һәм яңы солистар ҡатнашлығында гала-концерттар.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика