ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма
театрында Жан-Батист Мольерҙың «Һаран» комедияһынан өҙөктәр күрһәтелде. Һуңынан спектаклдең режиссеры Искәндәр Саҡаев һәм төп ролде башҡарыусылар яңы пьеса өҫтөндә эшләүҙәре хаҡында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.