11:16 (UTC+5), 19 Марта 2015

Мәскәүҙә башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды

Әнүәр Ғәлиев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең Милләттәр йортонда билдәле башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың «Ағиҙел буйындағы ҡала» шәхси күргәҙмәһе асылды. Унда ауыр сирле балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә акцияһы ойошторолдо — 400 мең һумдан ашыу суммалыҡ картиналар һатылды. Авторҙың теләге буйынса картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡсалар «Мәрхәмәт» (Өфө) һәм «Ғүмер бүләк ит» (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерелде.
Раушания Бәҙретдинова — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы һәм Дизайнерҙар союзы ағзаһы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Уның эштәре Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерландтар, Төркиә илдәрендәге картина галереяларында, шул иҫәптән Мирей Матье, Филипп Киркоров, Кристина Орбакайте, Юрий Шевчук, Владимир Кузьмин һәм башҡа «йондоҙҙар»ҙың шәхси коллекцияларында һаҡлана.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында сәнғәт эшмәкәрҙәре, власть органдары вәкилдәре, депутаттар, студенттар, Мәскәүҙәге яҡташлыҡ ойошмалары ағзалары һәм сәнғәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Раушания Бәҙретдинованың күргәҙмәһе Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙер иһә Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарҙың осрашыуына әүерелде. Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле ағзалары ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған артистары — танылған ҡурайсылар Роберт Юлдашев менән Илшат Ишморатов, Мәскәүҙәге «Алтын Ай» ансамбленең йәш башҡарыусылары саҡырылғайны.
Күргәҙмәнең төп ойоштороусыһы булып Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сығыш яһаны.
Рәссамдың Мәскәү Милләттәр йортонда асылған күргәҙмәһе 14 апрелгә тиклем эшләй.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика