10:53 (UTC+5), 17 Март 2015

Өфөлә мәшһүр бейеүсе һәм хореограф Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләйҙәр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 мартта бөтә донъя Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләй. Бөгөн ХХ быуаттың мәшһүр бейеүсеһе һәм хореографына 77 йәш тулған булыр ине. Уның сағыу ижады һәм үҙенсәлекле биографияһы күп фильмдарҙың, спектаклдәрҙең, китаптарҙың һәм ғилми тикшеренеүҙәрҙең нигеҙенә һалынды.
Бөгөн Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында иҫтәлекле саралар үтте. Осрашыуға балет артисы һәм хореограф Хашим Мостаев һәм журналист Нина Жиленко саҡырылғайны. Балалар һәм уҡытыусылар уларҙың хәтирәләрен тыңланы. Улар өсөн Рудольф Нуриевҡа арналған викторина ла ойошторолдо.
— Беҙ йыл һайын ошондай саралар үткәрәбеҙ. Бөгөнгө осрашыу уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Хәҙер балалар легендар шәхес хаҡында күберәк белә, — тип хәбәр итте колледж директоры Олия Вилданова.
Иҫтәлекле дата айҡанлы бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Руди — Never off» спектакле сәхнәгә ҡуйыла. Спектаклдең режиссеры — Айрат Абушахманов. Төп ролде Урал Әминев башҡара.
Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XХ Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленә әҙерлек эштәре бара. Фестиваль 22 мартта Валерий Гаврилин музыкаһына ижад ителгән «Анюта» балеты менән асыла. Башҡорт театрында музей экспозицияһы эшләй, унда Рудольф Нуриевҡа бәйле һирәк осраған артефакттарҙы һәм фотоматериалдарҙы күрергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика