11:14 (UTC+5), 16 Марта 2015

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы республика райондарында һәм күрше төбәктәрҙә күрһәтеләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19, 20 һәм 21 мартта баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында тамашасыларҙың һорауы буйынса «Әсә» фильмы башҡорт телендә күрһәтеләсәк. Режиссер Айнур Асҡаров төшөргән нәфис фильмдың премьераһы февралдә булды.
Продюсер Фәнил Ғәлимов хәбәр итеүенсә, фильмды республика райондарында киномобилдә күрһәтәсәктәр. Урындарҙа режиссер һәм ижади төркөм менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
20 мартта фильмды Хәйбулла районының Бүребай, 21-дә — Аҡъяр ауылы, 22-дә — Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы, 23 мартта Силәбе өлкәһенең Уфимка ҡасабаһы халҡы ҡарай ала. 24 мартта киномобиль Йылайыр районының Юлдыбай ауылына, 25-дә — Йылайыр ауылына, 26-да — Күгәрсен районының Йомағужа ауылына, 27-дә — Мораҡҡа, 28 мартта Мәҡсүткә, 29 мартта Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына килә.
Прокат маршрутында 50-гә яҡын ауыл иҫәпләнә. Әлеге көндә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Учалы райондарында күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика