07:50 (UTC+5), 12 Марта 2015

Республика артистары Европала үтәсәк Науруз байрамында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан артистары — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө Европала үтәсәк Науруз байрамында ҡатнашасаҡ.
Төрки илдәрҙе берләштергән Науруз байрамы ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ойошторған ғәҙәти сараларҙың береһенә әүерелде. Быйыл уны киң күләмдә үткәреү планлаштырыла. 2015 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Халыҡ-ара Науруз көнөн берлектә байрам итеү тураһында һөйләшеп килешелгәйне. Сара 24 мартта уҙғарыла.
— ЮНЕСКО-ның штаб-фатирындағы Ҙур залда тәүге тапҡыр Науруз байрамын үткәргәндән һуң биш йыл үтте. ЮНЕСКО-ның 70 йыллығы уңайынан быйыл беҙ төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан артистарҙы саҡырырға булдыҡ. Наурузды бер юлы өс Европа илдәрендә — Париж (Франция), Кёльне (Германия) һәм Вена (Австрия) ҡалаларында билдәләйәсәктәр. Европала байрамдарыбыҙ хаҡында ишеткәндәре бар, был улар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ, — тип билдәләне ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов.
Быйыл Науруз байрамында Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Төркиә, Монголия илдәренән, Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Тыва, Саха (Яҡут), Хакасия, Дағстандан 100-гә яҡын артист ҡатнаша. Проект сиктәрендә ТӨРКСОЙ-ҙың «Науруз биҙәктәре» фотокүргәҙмәһе ойошторола.
Европа илдәренән тыш, Науруз байрамы Төркиәнең 20 ҡалаһында ла уҙа. Сараның ойоштороусыһы — ЮНЕСКО илдәре ҡарамағындағы төрки телле илдәрҙең даими вәкиллектәре булышлығында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика