09:03 (UTC+5), 12 Марта 2015

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк.
Башҡорт хореографияһы һәм донъя халыҡтары бейеүҙәре ынйыларын үҙ эсенә алған концерт программаһы 2013-2015 йылдарҙа барған юбилей сараларын тамамлай.
Кисәлә бейеү сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләренә — «Зарифа», «Гөлнәзирә», «Калинка», «Гопак», «Ете ҡыҙ» «Сәскә атыусы ҡурай», «Еҙ үксә»гә тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ. Бейеү байрамында коллектив «Тархандар» (ҡуйыусыһы — Риф Ғәбитов) һәм «Ете ырыу» (ҡуйыусыһы — Рәис Низаметдинов), Фәйзи Ғәскәровтың «Беҙҙең байрам» бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Йәш ғәскәровсылар «Башҡорт сувениры» бейеүе менән сығыш яһаясаҡ.
Юбилей кисәһендә данлы коллективтың иң яҡшы артистарына почетлы исемдәр һәм грамоталар биреләсәк.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1938 йылда ойошторлған. Коллективҡа СССР-ҙың Ҙур театры студияһы тәрбиәләнеүсеһе, Игорь Моисеевтың уҡыусыһы Фәйзи Ғәскәров нигеҙ һалған. Ансамбль Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора. Уның репертуарында 180-дән ашыу бейеү иҫәпләнә, ошо ваҡыт эсендә ансамбль донъяның 80-дән ашыу илендә сығыш яһаған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика