11:42 (UTC+5), 06 Марта 2015

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы Канн кинофестиваленең һайлап алыу комиссияһына ебәрелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Әсә» нәфис фильмы 11 мартҡа тиклем күрһәтеләсәк. Февраль айында уның премьераһы булды. Режиссер Айнур Асҡаровтың яңы фильмы «Родина» кинотеатрында киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Фильм 21 апрелдән 26-на тиклем Һамарҙа үтәсәк «Балаларға — кино» XX Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Бынан тыш, Башҡортостанда төшөрөлгән фильм Канн кинофестиваленең һайлап алыу комиссияһына ебәрелде. Европа тәнҡитселәре һүҙҙәренсә, уның мөмкинлектәре ҙур, тип хәбәр итте продюсер Фәнил Ғәлимов.
Әлеге көндә «Арҡайым-продакшн» студияһы республика райондары хакимиәттәре менән прокат тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Марттың 20-дә ҙур киномарафон башлана — маршрут 50-нән ашыу ауылды үҙ эсенә ала. Фильмды киномобилдә күрһәтәсәктәр. Урындарҙа режиссер һәм ижади төркөм менән осрашыуҙар уҙғарыу ҡаралған.
Ҡыҫҡа метражлы фильм «Саҡ менән Суҡ» бәйетенә нигеҙләнеп төшөрөлгән. Сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова яҙған, операторы — Анна Рожецкая. Игеҙәктәрҙе — Йылайыр районынан Айгиз менән Нургиз Таҡаловтар, Шәүрәне — Башҡорт драма театры актрисаһы Юлиә Ғәләүетдинова, Ританы — актриса, телевидение алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова, олатай ролен популяр актер һәм режиссер Азат Йыһаншин башҡара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика