05:51 (UTC+5), 05 Марта 2015

Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы үтте

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 4 мартта Бишкәктә Ҡырғыҙ Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев һәм сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Ҡырғыҙстан-Рәсәй хөкүмәт-ара комиссияһының рәйестәше Андрей Бельянинов ҡатнашты.
– Беҙҙе быуаттар дауамында һыналған туғанлыҡ мөнәсәбәттәре берләштерә. Уларҙың нигеҙендә — дөйөм этник тамырҙар, төрки донъяһы тарихы, ныҡлы мәҙәни һәм эшлекле бәйләнештәр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. — Өфө менән Бишкәк араһы ике мең километр самаһы булһа ла, ул беҙҙе айырмай, киреһенсә, үҙенә тарта. Башҡорт әҙәбиәте классигы, Сыңғыҙ Айтматовтың дуҫы Мостай Кәрим әйткәнсә, беҙ «үҙ-ара аңлашыу, изгелек күперен» төҙөүҙе дауам итәбеҙ.
Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев күләмле байрамды уҙғарыу инициативаһы өсөн республика делегацияһына рәхмәт белдерҙе.
— Башҡортостан менән бәйләнештәребеҙ нығына башлауына шатбыҙ, — тине Джоомарт Оторбаев. — Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн бик мөһим. Осрашыу барышында иҡтисади, социаль өлкәләрҙә, студенттар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән алмашыуҙа берлектә эш алып барыу буйынса яңы пландар билдәләнек.
Андрей Бельянинов Башҡортостан мөһим бер һыҙаты менән айырылып тора тип билдәләне.
— Улар әйткән һүҙҙәрендә тора белә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәрен асыу тантанаһы республика сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре 6 мартҡа тиклем дауам итә. Ошо осорға күргәҙмәләр һәм ижади коллективтарҙың сығышы, фәнни-белем биреү саралары планлаштырылған.
Бынан алдараҡ Башҡорт киноһы көндәре асылды. Мәҙәни программаға Башҡортостан Милли йәштәр театрының спектаклдәре, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәм Өфө сәнғәт академияһын тамамлаусыларҙың концерты ла индерелгән.
5 мартта Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан юғары уҡыу йорттары ректорҙарының осрашыуы, республика вуздарының презентацияһы үтә. Шул уҡ көнгә Башҡортостан йәмәғәтселеге менән осрашыу билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика