07:25 (UTC+5), 05 Марта 2015

Милли китапханала «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап-альбомдың исем туйы булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап-альбомдың исем туйы үтте. Күренекле башҡорт актрисаһы, сәхнә йондоҙо, СССР-ҙың халыҡ артисына бағышланған баҫма «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе.
— Был китап республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки унда илебеҙ һәм республикабыҙ тарихына ингән ваҡиғалар һүрәтләнгән. Милли китапханала яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Ә артист менән осрашыу бында беренсе тапҡыр ойошторола, — тип билдәләне китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильясова.
— Был китапта замандаштарҙың, театр тәнҡитселәренең һәм тамашасыларҙың матур иҫтәлектәре тупланған. Һеҙ, бәлки, уларҙың фекере менән килешерһегеҙ. Профессор Суфия Күсимоваға тулыһынса ышанып, ижади тормошом хаҡында бәйән иттем. Китапты төҙөүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн дуҫтарыма, уҡыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен, — тип һөйләне Гөлли Мөбәрәкова.
Гөлли Мөбәрәкова Азат Биксуриндың ҡурай моңо аҫтында яратҡан шағиры Мостай Кәримдең шиғырын уҡыны. Ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап биреп, ул театрҙың проблемаларына ла ҡағылды. Атап әйткәндә, башҡортса сәхнә телмәренең асыҡ яңғырашы хаҡындағы мәсьәләне күтәрҙе. Актриса ата-әсәһе, дуҫтары Рәми Ғарипов, Әмир Абдразаҡов тураһында һөйләне, үҙенең уҡытыусыһын — актер һәм режиссер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғиләжевты хөрмәтләп иҫкә алды.
— Ижади осрашыуҙа яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, республика Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов, Сәнғәт академияһы уҡытыусылары Фәрдүнә Ҡасимова, Земфира Хөсәйенова, Башҡорт академия драма театрының актрисалары Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғизетдинова, Минзәлә Хәйруллина ҡатнашты. Кисә һуңында актриса Милли китапхана коллективына рәхмәт белдерҙе һәм китаптың исем туйын тап китапханала уҙғарыу яҡшы идея булды тип билдәләне, — тип һөйләне китапхананың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айгөл Яппарова.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика