09:00 (UTC+5), 03 Марта 2015

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Йыр — 8 мартҡа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы бүләк»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион проектының «Йөрәккә бойороп булмай…» тип аталған театрлаштырылған музыкаль тамашаһы үтте. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә ойошторҙо. Тамаша Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланғайны. Концертта билдәле эстрада йырсылары Иҙрис Ғәзиев, Азамат Тимеров, Гөлсөм Бикбулатова, Фәдис Ғәниев, Вилдан Яруллин, шулай уҡ республикабыҙҙың йәш эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.
Концерт программаһында хәҙерге композиторҙарҙың бәхетле әсәлек, бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре тураһында, яҙ, ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге һәм мөхәббәт хаҡында йырҙары яңғыраны.
— Башҡортостан юлдаш телевидениеһының биш йылға яҡын тарихы булған «Башҡорт йыры» проекты республика мәҙәниәтенең сағыу һәм үҙенсәлекле йөҙөнә әүерелде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле һәм күп тамашасыларҙың күңелен яулап алған. Проекттың һәр концерты ысын мәғәнәһендә халыҡ йыры байрамына әүерелә, яңы исемдәр аса, — тип билдәләне Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.
Концерт программаһы республикала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 8 мартҡа матур бүләк булды. Парламентарий фекеренсә, хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы әүҙем тормош позицияһын биләй, ул төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә лә уңышлы. Ышаныс, өмөт һәм һөйөүҙе берләштергән ҡатын-ҡыҙ алдында баш эйеү байрам концертының төп темаһы булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика