11:06 (UTC+5), 02 Марта 2015

Мәскәүҙә сатирик Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғәфүров, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе уҙҙы. «Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе» йәмәғәт ойошмалары халыҡ-ара берлегенең конференциялар залына илебеҙҙең күренекле яҙыусылары һәм шағирҙары, билдәле ғалимдар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙәк баҫмаларҙың журналистары һәм мөхәррирҙәре, ижади берекмә етәкселәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.
— Илебеҙҙә һәйбәт яҙыусылар һәм шағирҙар күп. Әммә улар араһында беҙҙең Марсель Сәлимов кеүек дөйөм Рәсәй проблемаларын күтәргән сатириктарҙы бармаҡ менән һанарлыҡ. Билдәле башҡорт сатиригы Рәсәй әҙәбиәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһенең грамотаһы менән бүләкләнде, — тип билдәләне Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесе Иван Переверзин һәм Мәскәүҙә яҙыусы-сатириктың һайланма әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарырға тәҡдим итте.
Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәше Владимир Бояринов Марсель Сәлимовтың халыҡ-ара әҙәби форумдарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Ул башҡорт яҙыусыһына «нәфис һүҙгә тоғро хеҙмәт иткәне өсөн» Владимир Маяковскийҙың йәмәғәт орденын тапшырҙы.
Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Марсель Сәлимовтың «Һәнәк» журналындағы күп йыллыҡ журналистика һәм мөхәррирлек эше тураһында һөйләне.
Рәсәй Журналистар союзы секретары Тимур Шафир, Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы президенты Виктор Никеров, яҙыусылар Йәмил Мостафин, Ринат Мөхәмәҙиев, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре һәм Мәскәүҙәге башҡорт диаспораһы вәкилдәре үҙ сығыштарында юмористың ижады хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Тамашасылар Мәҙинә Илһамова башҡарыуында башҡорт көйҙәрен тыңланы. Мәскәүҙең Эстрада театры артистары Марсель Сәлимовтың скетчын күрһәтте.
Сатирик үҙе «Бал ҡорто күңеле» тип аталған яңы китабынан шиғырын уҡып ишеттерҙе. Марсель Сәлимовҡа «Рәсәйҙең заманса күп милләтле әҙәбиәтендә сатира һәм юмор жанрында әүҙем ижад иткәне өсөн» Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының Почет грамотаһы тапшырылды. Кисәне Халыҡ-ара яҙыусылар союзы берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, билдәле яҙыусы һәм актер Юрий Коноплянников алып барҙы.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика