Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2015, 13:19

Хәйбулла ере танылған яҡташтарын йыйҙы

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Хәйбулла районында Әҙәбиәт йылына арналған «Хәйбулланың көмөш ынйылары» әҙәби-крайҙы өйрәнеү акцияһы ойошторолдо.
Акцияның маҡсаты — халыҡҡа, йәштәргә, үҫеп килеүсе быуынға Хәйбулла районынан сыҡҡан яҙыусылар, шағирҙар, уларҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында мәғлүмәт биреү, яҙыусылар, шағирҙар ижады аша йәш быуында тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү, китап уҡыуҙы популярлаштырыу.
Сараға билдәле шәхестәр: шағирә, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, республиканың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айгөл Әхмәҙиева саҡырылғайны.
Танылған ҡунаҡтарҙы Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов сәләмләне. Ул Мәҙәниәт йылы муниципаль кимәлдә лайыҡлы уҙғарылды, Әҙәбиәт йылында ла күп ижади проекттар тормошҡа ашырыласаҡ, яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ тип белдерҙе.
Кисә Фәрзәнә Аҡбулатованы юбилейы менән ҡотлауҙан башланды. Ул үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашты. Әҙибә «Яҙылып бөтмәгән китап» тип аталған китабын тамамлап, яҡташтарына тәҡдим итергә ниәтләй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың ижады асыҡлығы һәм тәүәккәллеге менән айырылып тора. Ҡәҙим Аралбайҙың шиғриәте милли, әхлаҡи-этик проблемаларҙы күтәрә. Ошо тантаналы кисәлә ул тамашасыларға яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Хәйбулла ерендә булып киткән яҙыусылар һәм шағирҙар хаҡында мәғлүмәти материал туплау буйынса эше хаҡында бәйән итте.
Йомабикә Ильясованың шиғриәтенә йомшаҡлыҡ һәм яғымлылыҡ, ихласлыҡ һәм хистәр тәрәнлеге хас. Залда ултырыусылар уның шиғырҙарын таң ҡалып тыңланы.
Айгөл Әхмәҙиева радио хәбәрсеһенән алып «Ҡурай» телеканалының баш мөхәрриренә тиклем ижад юлы үткән. Ул үҙәк район китапханаһына китап һатып алыу өсөн аҡсалата сертификат бүләк итте.
Шәүрә Ғилманова 30 йылдан ашыу Мостай Кәримдең ижадын өйрәнә. Ул үҙәк район китапханаһы фонотекаһына Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышланған «Бәлки, ҡалыр ошо ораным...» дискын тапшырҙы.
Кисәне район мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистарының сығышы биҙәне. Мәҙәниәт йорто фойеһында күренекле яҡташтарҙың ижадын сағылдырған «Тәрән мәғәнәле ижад» китап күргәҙмәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Читайте нас: