Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2015, 10:00

Башҡортостан журналистары ТӨРКСОЙ халыҡ-ара премияһы лауреаттары булды

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала мәҙәниәт темаһын яҡтыртҡан төрки донъяһы журналистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. ТӨРКСОЙ премияһын Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Македония һәм Рәсәй республикалары — Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Хакасия вәкилдәре алды. Башҡортостандан халыҡ-ара ТӨРКСОЙ премияһына «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева (Ишморатова) менән «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы продюсеры, алып барыусы Гөлназ Яҡупова лайыҡ булды.
Награданы ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы.
Татарстан республикаһынан премияны «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Люциә Камалова һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙерге көндә «Татмедиа» генераль директоры кәңәшсеһе Римзил Вәлиев алды.
Бүләкләү билдәле төрөк яҙыусыһы һәм драматургы Халдун Танерҙың 100 йыллығы йылын асыу сиктәрендә Анкараның Опера һәм балет театрында үтте. Тантанала Төрөк Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Омер Челик ҡатнашты. Кисәлә Халдун Танер хаҡында фильм һәм уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.
Журналистар Төрөк Республикаһының дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары — Төп матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығы, «Афәт» көрсөк һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр менән идара итеү буйынса деапартамент, Сит ил эштәре министрлығы етәкселәре менән осрашты. Шулай уҡ иң ҙур төрөк телерадиокомпанияларының береһе — «ТРТ-Ауаз» буйлап экскурсия, мәҙәни программа ойошторолдо.
Читайте нас: