05:44 (UTC+5), 24 Февраля 2015

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова тураһында китаптың исем туйы үтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 мартта көндөҙгө сәғәт 3-тә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың төп корпусында күренекле башҡорт актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Гөлли Мөбәрәковаға арналған китаптың исем туйы үтә. «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» тип аталған китап «Китап» нәшриәтендә донъя күргән. Сараны ойоштороусылар баҫманың исем туйын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы үткәрә.
Гөлли Арыҫлан ҡыҙы күптән инде сәхнәлә генә түгел, тормошта ла нәфислек һәм матурлыҡ символына әүерелгән. Ул сәхнәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө образдарын — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектакленән көслө рухлы Тәңкәбикәне, Вольтерҙың «Мөхәббәт»енән хисле Альмираны, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар»ынан ғорур Ғәлиәне тыуҙырған.
Баҫмала уның тормошоноң һәм ижадының сағыу биттәре, замандаштарының, театр тәнҡитселәренең һәм тамашасыларҙың рецензиялары һәм иҫтәлектәре урын алған.
Презентацияла республиканың билдәле театр эшмәкәрҙәре, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы коллегалары һәм бөйөк замандашыбыҙҙың ижадына битараф булмаған һәр кем ҡатнашасаҡ.
Сараға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Инеү ирекле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика