12:59 (UTC+5), 19 Февраля 2015

Силәбелә тәүге тапҡыр Башҡортостан кинематографистарының фильмдары күрһәтеләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 февралдә Силәбелә тәүге тапҡыр Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан милли фильмдарҙы күрһәтәсәктәр.
Ҡаланың «Знамя» кинотеатрында башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә кино ҡарарға мөмкин буласаҡ. Башҡортостан кинематографистары «Башҡортостан» киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарын тәҡдим итә: «Өйләнәм» (режиссеры — Таңсулпан Бураҡаева), «Еңмеш» (режиссеры — Айнур Асҡаров), «Фирүзә муйынсаҡ» (режиссеры — Дилә Мөхәмәтйәрова). Бөтә фильмдар ҙа русса субтитрҙар менән бара.
Сараны ойоштороусы — Башҡорт йәштәре берләшмәһе. Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеге мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. Фильмдар көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика