07:24 (UTC+5), 19 Февраля 2015

Өфөлә ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән шағир Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Яҙыусылар союзында бер нисә йыл элек ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән талантлы шағир Ғилман Ишкининдың хәтер кисәһе уҙҙы. «Хәтер ҡайтһа киләсәккә...» тип аталған сара уның тыуыуына 50 йыл тулыуға арналды. Был датаны республиканың әҙәби йәмәғәтселеге 26 ғинуарҙа билдәләне.
Хәтер кисәһендә Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар Азамат Юлдашбаев, Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Зөфәр Вәлит, Гүзәл Ғәлиева, әҙәбиәтсе Зәки Әлибаев сығыш яһаны. Шулай уҡ шағирҙың яҡташтары ла — ейәнсуралар һәм уның ҡыҙы Ләйлә килде. Улар шағир хаҡында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты, Башҡорт дәүләт университеты студенттарын Ғилман Ишкининдың әҙәби мираҫы менән таныштырҙы. Класташы, фольклорсы Нәфисә Тулыбаева яҙыусының бала сағы тураһында һөйләне.
«XXI быуат башы башҡорт шиғриәтендә уның үҙ эстетикаһы, үҙ концепцияһы булды. Тик Ғилманға ғына хас. Дан-шөһрәт көҫәмәне, шиғырҙарымды баҫтырам әле тип, мөхәрририәттәр үә нәшриәттәр тупһаһын йышып, тәмһеҙләнеп, әрһеҙләнеп йөрөмәне, бары үҙ көйөнә, үҙ йырҙарын йырланы», — тип һөйләй коллегаһы хаҡында Азамат Юлдашбаев.
Кисәлә шағирҙың әҫәрҙәре һәм үҙе яратып йырлаған «Бейеш», «Бөйрәкәй», «Томан» башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраны.
Ғилман Ишкинин Ейәнсура районының Иҙәш ауылында донъяға килгән. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире булып эшләй. «Ҡалҡаным бул» (1997), «Ямаулыҡтар» (2007) шиғырҙар йыйынтығын баҫтырған. 2002 йылда Белоретта үткән республика шиғриәт фестивалендә еңеп сыға. Ғилман Ишкининдың шиғырҙары «Быуаттар тауышы» (2007) башҡорт шиғриәте антологияһына ингән. 2011 йылдың 5 февралендә юл һәләкәтендә шағирҙың ғүмере өҙөлдө.
Быйыл дуҫтары һәм коллегалары Ғилман Ишкининдың яҡты иҫтәлегенә арнап уның тағы ла бер йыйынтығын нәшер итте. Юбилей датаһы айҡанлы буклет сығарылған, унда шағирҙың әҫәрҙәре, фотоһүрәттәре һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урын алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика