11:06 (UTC+5), 19 Февраля 2015

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостандағы халыҡ-ара фестивалдә өс спектакль күрһәтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Һиндостанда үткән гастролдәрҙән ҡайтты. Ике аҙна дауамында өфөләр тамашасыларҙы «Һинд легендаһы», «Панчатантра» һәм «Урал батыр» спектаклдәре менән ҡыуандырҙы.
Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры XXVIII «Сурадж Кунд Мела» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Халыҡ кәсептәре һәм фольклоры фестивале 1 февралдән 15-нә тиклем Дели ҡалаһында үтте. Гастролдәрҙә 14 артист һәм 30-ҙан ашыу ҡурсаҡ ҡатнашты. Делегацияны театрҙың директоры һәм режиссеры Ильмар Әлмөхәмәтов етәкләне.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының «Урал батыр» исемле яңы спектакле ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әҫәрҙең күләмлелеге арҡаһында артистар Делиға спектаклдең өҙөгөн генә алып килгән, әммә шул фрагмент та тамашасыларҙа ҙур тәьҫир ҡалдырҙы. Төрлө жанрҙарҙың бәйләнеше, акробатик трюктар, лирик дуэттар ҡунаҡтарҙың күңел ҡылдарын сиртте. Театр актрисаһы Дилә Муллабаева башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүе тамашаға йәм өҫтәне.
Ҡурсаҡ театры менән Һиндостанды күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. 1987 йылда уҡ танылған режиссер Павел Мельниченко «Рамаяна» эпосы нигеҙендә «Һинд легендаһы» спектаклен ҡуя. Тамаша эпостың тыуған иле Һиндостанда ҙур уңыш ҡаҙана һәм Джавахарлал Неру исемендәге премияға лайыҡ була. Әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ошо наградаға лайыҡ булған Рәсәйҙәге берҙән-бер театр.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика