06:13 (UTC+5), 13 Февраль 2015

Шаран районында СССР-ҙың Почетлы доноры дауаханаға китаптар тапшырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаран районында Әҙәбиәт йылы сиктәрендә «Дауаханаларға китап бүләк ит» акцияһы бара. Яңауыл ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны, журналист Александр Асмаев Үҙәк район дауаханаһына 80 китап бүләк итте. Улар араһында нәфис, фәнни-популяр, сәйәси әҙәбиәт бар. Күбеһен «Ҡаһарманлыҡ» серияһынан китаптар тәшкил итә.
— Мин ошо китаптарҙың барыһын да уҡып сыҡтым һәм ҙур ҡәнәғәтлек алдым, — ти Александр Асмаев. — Хәҙер иһә уларҙың сирлеләргә сырхауҙарын тиҙерәк еңеп сығырға ярҙам итеүҙәрен теләйем.
Александр Асмаев тәүге һөнәре буйынса фельдшер. Ул медицина өлкәһендә оҙаҡ эшләп өлгөрмәй. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлағас, уҡытыусы булып китә. 1972 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы тарихтан, инглиз теленән уҡыта. Оҙаҡ йылдар «Чолман» республика гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була.
Александр Асмаев — СССР-ҙың Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенең Почетлы доноры. Ул 77 тапҡыр ҡан биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, тип хәбәр итте Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Рәил Мусин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика