10:35 (UTC+5), 12 Февраля 2015

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында секциялар һәм түңәрәктәр үҙ эшен башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 февралдән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында балалар һәм өлкәндәр өсөн түңәрәктәр, студиялар һәм секциялар эшләй башлай. Был хаҡта «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хәбәр итә.
Балалар коллективтары өсөн хореография (бал, эстрада, халыҡ, классик, экзотик бейеүҙәр), вокал (эстрада, джаз, балалар йыры) йүнәлештәре бар, «Эврика» иртә үҫеш мәктәбе (өс йәштән алып) эшләй. Өлкәндәр иһә «Клеопатра» ҡатын-ҡыҙҙар клубына, бал бейеүҙәре мәктәбенә йөрөй ала.
Күп йылдар учреждениела билдәле ижади коллективтар — «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Вираж» бал бейеүҙәре ансамбле, «Ренессанс» бейеү театры, «Дельфин» вокал студияһы, «Ассоль» өлгөлө вокаль-бейеү студияһы, «Камиллыҡ» художестволы гимнастика студияһы, «Арлекино» театр студияһы эшләп килә.
Төркөмдәргә яҙылыу өсөн телефон: 273-72-53. Өҫтәмә мәғлүмәт — «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сайтында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика