13:03 (UTC+5), 10 Февраля 2015

Бәләбәйҙә «Илһам шишмәләре-2015» шиғриәт фестивале асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә XV «Илһам шишмәләре-2015» төбәк-ара шиғриәт фестивале башланды. Быйыл ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.
Фестиваль 9 февралдән 20 мартҡа тиклем өс этапта үтә. 27 февралгә ҡәҙәр «Белебеевские известия» гәзите редакцияһына рус, башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә ижад иткән үҙешмәкәр шағирҙарҙың эштәре ҡабул ителә. 157 ҡатнашыусы шиғырҙарын ебәргән дә инде, тип хәбәр итте «Белебеевские известия» гәзитенең баш мөхәррире, жюри рәйесе Любовь Иванова.
Икенсе этапта ете лауреат (шул иҫәптән Гран-приға эйә булыусы) һәм төрлө номинация дипломанттары билдәләнә.
Һуңғы этапта 19-20 мартта фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Уға тиклем «Илһам шишмәләре-2015» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың шиғырҙары ингән «Йәйғор» альманахы донъя күрәсәк.
— Йола буйынса, милли әҙәбиәткә ҙур өлөш индергән, данлыҡлы шағир Фәтих Кәримдең ижадын пропагандалаусы танылған әҙәбиәтселәргә, шағирҙарға, ғалимдарға әҙәби премия тапшырыласаҡ. Ул 1999 йылда Бәләбәй районы хакимиәте тарафынан булдырылған. Ошо йылдар эсендә Фәтих Кәрим исемендәге премияға Башҡортостандан, Татарстандан һәм Сыуаш Республикаһынан 53 кеше лайыҡ булған, — тип асыҡлыҡ индерҙе Любовь Иванова.
Ғаризалар һәм эштәр «Белебеевские известия» гәзите редакцияһына һәм bel_izv@front.ru, 7@belizv.ru электрон почтаһына ҡабул ителә. «Илһам шишмәләре-2015» фестивале тураһында положение менән гәзиттең сайтында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика