09:42 (UTC+5), 09 Февраля 2015

Өфөлә патриотик йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Йәштәр тыныслыҡ йырын йырлай!» тип аталған патриотик йыр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. 2015 йылда бәйге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған.
Конкурста 10 йәштән 30 йәшкәсә яңғыҙ башҡарыусылар, вокаль ансамблдәр (дуэт, трио, вокаль төркөмдәр), шул иҫәптән профессиональ артистар ҙа, һәүәҫкәр йырсылар ҙа ҡатнаша ала. Һайлап алыу туры — 27-28 мартта, конкурстың финалы апрелдә уҙа. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса жюри һәр йәш категорияһында лауреаттарҙы билдәләйәсәк. Финалистар приздар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк.
Ойоштороусылар — ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитеты, Өфөнөң Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге һәм «Йәш ижад» үҙәге.
Ғаризалар 2015 йылдың 31 мартына тиклем molodoe.tvorchestvo@yandex.ru электрон почтаһына йәки Өфө ҡалаһы, Сипайлово урамы, 14 адресы буйынса ҡабул ителә.
Конкурсты үткәреү тураһында положение һәм ҡатнашыу өсөн заявка формаһы йәштәр сәйәсәте комитетының сайтында бирелгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 279-06-60 телефоны буйынса алырға мөмкин.
«Йәштәр тыныслыҡ йырын йырлай!» конкурсы Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Йылдан-йыл фестиваль популярлыҡ яулай бара. 2014 йылда унда Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 600-ҙән ашыу йәш башҡарыусы ҡатнашҡан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика