11:29 (UTC+5), 06 Февраля 2015

Ҡырмыҫҡалы районы әҙәби марафон йылъяҙмаһының тәүге битен яҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡырмыҫҡалы районы беренселәрҙән булып «Әҙәби нағыш» республика марафоны йылъяҙмаһының битен асты. Эстафетаның символы булған китап йыл дауамында бер муниципалитеттан икенсеһенә тапшырыласаҡ.
Ҡырмыҫҡалыла үткән әҙәби кисәлә райондан сыҡҡан күренекле шағирҙар һәм яҙыусылар Ирек Кинйәбулатов, Рәмил Сурағолов, Дилә Булгакова, Тимерғәле Килмөхәмәтов, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев сығыш яһаны.
Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан хәбәр итеүҙәренсә, байрамға БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова, район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, юғары мәктәп уҡытыусыһы Фәнзил Саньяров, китапхана, нәшриәт, республика баҫмалары вәкилдәре килгәйне. Ҡунаҡтар Иҫке Ҡыйышҡы ауылындағы Аксаков әҙәби залында, Ибраһим ауылындағы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың музейында булды, «Йәш быуындың әҙәбиәткә ҡарашы» конференцияһында ҡатнашты.
Мәғлүмәт үҙәген асыу байрамдың мөһим ваҡиғаһына әүерелде. Унда «Кармаскалинская новь», «Даирә», «Үҙән» гәзите редакциялары эшмәкәрлектәрен дауам итәсәк, шулай уҡ үҙәк һәм балалар китапханаһы эшләйәсәк.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Әҙәбиәт иленә рәхим итегеҙ» тип аталған уйын-сәйәхәт әҙерләгән. Байрам әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды. Унда ҡобайырҙар, билдәле яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған романстар яңғыраны. Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ғабдулла Туҡай, Авксентий Юртов, Константин Ивановтың символик рәүештә осрашыуы кисәнең сағыу өлөшө булды. Сара Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданины, шағир Ирек Кинйәбулатов шиғырына яҙылған йыр менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика