07:23 (UTC+5), 06 Февраля 2015

«Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығышында китап продукцияһы күргәҙмәһен ойоштора

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш ҡалалары һәм райондарында китаптарҙы күргәҙмә-һатыу ойоштора.
Баймаҡта китаптар күргәҙмәһе 10 февралдә уҙа. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ. Сара сиктәрендә 2014 йылда донъя күргән «Хөкүмәт рәйесе. Зекериә Аҡназаров» китабының исем туйы үтәсәк. 11 февралдә Әбйәлил районының Асҡар һәм Баймаҡ районының Темәс ауылдары халҡы яңы сыҡҡан китаптар менән танышасаҡ. 12 февралдә Бөрйән районы Собханғол ауылының мәҙәниәт йорто фойеһында китап продукцияһы күргәҙмә-һатыу ойошторола.
Унда Мостай Кәримдең, Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре, «Йәш тауыштар» серияһынан китаптар, балалар баҫмалары тәҡдим ителәсәк.
Тәҡдим ителәсәк әҙәбиәт араһында СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Зекериә Аҡназаров хаҡында китаптар, «Бөгөнгө Төркөстан һәм уның яңы тарихы», «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тарихи баҫмалары; башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналған «Бөйөк Салауат» йыйынтығы; «Урал-батыр» эпосы (башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә); мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары; уҡыу һәм методик әсбаптар бар.
Күргәҙмә-йәрминкәләрҙе үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте район гәзиттәренән уҡып белергә мөмкин, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика