16:17 (UTC+5), 05 Февраля 2015

Башҡортостандың Милли китапханаһы 2015 йылға иҫтәлекле даталар исемлеген баҫтырып сығарҙы

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы «2015 йылға балалар уҡыуҙары етәкселәре өсөн иҫтәлекле даталар исемлеге» махсус йыйынтығын баҫтырып сығарҙы.
Мәғлүмәт-белешмә баҫмаһына балалар яҙыусыларының һәм шағирҙарының, башҡорт, рус, сит ил классиктарының, рәссам-иллюстраторҙарҙың, композиторҙарҙың, донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән башҡа билдәле шәхестәрҙең исемдәре индерелгән.
Йыйынтыҡта ябай уҡыусы иғтибар итмәгән даталар ҙа бар. Мәҫәлән, Бөтә донъя шиғриәт, Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Аҡ торналар байрамы 22 октябрҙә билдәләнә. Был Шиғриәт һәм һуғыш яландарында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө. Байрам Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов тарафынан башланғыс алған.
— Башҡортостанда ла быға оҡшаш байрам бар. Республикала Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған Мостай уҡыуҙары уҙғарыла. Сара шағирҙың тыуған көнөндә — 20 октябрҙә үтә. Ижади процесҡа китапхансылар ҙа әүҙем ҡушылды. Киләсәктә уҡыуҙар рәсми төҫ алыр һәм иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелер тип ышанабыҙ, — тине китапхана директоры Айгөл Моратова.
Йыйынтыҡта 2015 йылдағы иҫтәлекле көндәр, байрамдар, ваҡытлы баҫмалар һәм юбиляр китаптар урын алған. Баҫма мәктәп китапханасыларына, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә иҫәпләнгән. Уның уҡырға яратыусылар өсөн генә түгел, профессиональ әҙиптәр өсөн дә өҫтәл китабына әүерелеүе ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика