09:33 (UTC+5), 29 Января 2015

Республиканың Милли музейында «Башҡорт әҙәбиәте классиктары» күргәҙмәһе асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы башланды. Ошо ваҡиға уңайынан республиканың Милли музейында «Башҡорт әҙәбиәте классиктары» күргәҙмәһе асылды. Тәүгеләрҙән булып килеүселәргә бушлай экскурсия ойошторолдо.
Күргәҙмәлә Милли музей фондынан экспонаттар ҡуйылған. Унда күренекле мәғрифәтселәр Мифтахетдин Аҡмулла, Ҡәйүм Насыри, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың, халыҡ шағирҙары һәм яҙыусыларының, С.Юлаев, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаттарының, шулай уҡ фронтовик яҙыусылар Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим һәм башҡаларҙың портреттары ла урын алған.
— Әҙәбиәт — халыҡ күңеле. Беҙ классиктарыбыҙҙың әҫәрҙәре нигеҙендә тәрбиәләнәбеҙ, музейға тапшырылған китаптар һәм әйберҙәр өсөн рәхмәтлебеҙ, — тип билдәләне музей директоры Ғәли Вәлиуллин.
Мәғрифәтселәрҙең һәм шағирҙарҙың төрки телендә һәм латин хәрефтәре менән яҙылған ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәр, заман атрибуттары һәм шәхси әйберҙәр күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Баймаҡ районында табылған, XIII быуат башында Иранда эшләнгән ҡара һауыты, Сәләх Кулибайҙың Яҙыусылар союзы танытмаһы, Зәйнәб Биишеваның ҡотлау телеграммалары. Боронғо йыһаздар һәм яҙыу машинкаһы тәүге совет яҙыусылары ижад иткән осорҙоң шарттарын тыуҙырырға ярҙам итә.
Башҡортостандың билдәле шағирҙарының һәм яҙыусыларының автографтары ҡуйылған китаптар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Дүрт стенд Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошона һәм ижадына бағышланған.
Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыуға арналған күргәҙмә ай буйына эшләйәсәк. БР Милли музейы ошо адрес буйынса урынлашҡан: Совет урамы, 14. Телефон: (347) 273-50-27. Эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем, шәмбе — көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 9-ға ҡәҙәр. Дүшәмбе — ял көнө.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика