Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ғинуар 2015, 12:38
Өфөлә «Шағирҙар үлмәй!» тип аталған хәтер кисәһе уҙа
ӨФӨ, 2015 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 5 февралдә Башҡортостандың Милли йәштәр театрында «Шағирҙар үлмәй!» тип исемләнгән шиғриәт кисәһе үтә. Уны «Истоки» гәзите редакцияһы ойоштора.
— Беҙ был донъянан киткән шағирҙарыбыҙҙы — Рәмил Хәкимовты, Ғәзим Шафиҡовты, Эдуард Смирновты, Ринат Йоносовты, Рәмил Шәриповты, Илдус Ғимаевты иҫкә аласаҡбыҙ. Кисәлә вафат булған шағирҙарҙың дуҫтарының һәм яҡындарының хәтирәләре, шиғырҙары яңғыраяасаҡ, — тине «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов.
Редакция ошо кешеләрҙе белеүселәрҙең барыһын да үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашыуҙарын, фотоһүрәттәрен, аудио- һәм видеояҙмаларын, баҫылмаған шиғырҙарын ебәреүҙәрен һорай.
Кисә киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 223-70-07.
Теги:
шиғриәт
әҙәби кисә
память
«истоки» гәзите
Читайте нас: