05:12 (UTC+5), 26 Января 2015

«Керәшен һыуыҡтары-2015» фестивалендә Краснокама районынан Ринат Сәлихйәнов еңеү яуланы

Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары-2015» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙҙы. Бәйгелә үҙ бәхетен һынап ҡарау өсөн Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһынан 300-гә яҡын кеше килгәйне. Туймазы, Дыуан, Краснокама, Әбйәлил, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел райондарынан да вәкилдәр булды.
«Эстрада йыры» номинацияһында 63 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Фестивалдең Гран-приһына Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының тарих факультеты студенты Ринат Сәлихйәнов лайыҡ булды.
«Эстрада бейеүе» һәм «Инструменталь коллективтар» номинацияларында Гран-при тапшырылманы. Стәрлетамаҡтан «Антре» һәм «Урам тормошо» бейеү коллективтары беренсе дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Төркөмдәр араһында беренсе урынды Өфөнән «My Magic. Eskimos» һәм Благовещендан «Near to Paradise» бүлеште.
«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы үҙенең күп төрлөлөгө һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте республикала йәшәүселәр өсөн күңелле байрам ойошторорға тырыша. Фестивалдең төп йолаларының береһе — Рәсәй йондоҙҙарын саҡырыу, был юлы конкурста танылған йырсы Андрей Державин сығыш яһаны. Байрам, ғәҙәттәгесә, «Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика