ӨФӨ, 2015 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Игорь Савельев/. Канаданың Altaspera Publishing & Literary Agency Inc. нәшриәтендә Өфөнөң билдәле прозаигы Артур Ҡудашевтың «Аперация «Оппендицит» тип аталған китабы сыҡты. Китапҡа яҙыусының шул уҡ исемле повесы һәм 1996-2013 йылдарҙа яҙылған хикәйәләре индерелгән. Китап рус телендә баҫылған. Канада нәшриәте бер ни тиклем рус китаптарын нәшер итеүгә махсуслаша, сөнки проектта Рәсәйҙән күсеп килеүселәр ҡатнаша, тип һөйләне автор «Башинформ» агентлығына. «Нәшер итеүселәр интернетта минең хикәйәләремде уҡығандан һуң килешеү төҙөргә тәҡдим итте», — тип аңлатты
Артур Ҡудашев.