12:38 (UTC+5), 21 Января 2015

«Мәҙәни йомалар»ҙа башҡорттарҙың хәрби тарихы тураһында фекер алышыу буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 23 ғинуарҙа Өфөләге Арт-клубта «Мәҙәни йомалар» проекты сиктәрендә «18-19 быуаттарҙа башҡорттарҙың хәрби тарихы» темаһына лекция үткәрелә. Уны тарих фәндәре кандидаты, «Өфө пехота полкы» хәрби-тарихи клуб етәксеһе Рәмил Рәхимов алып барасаҡ.
«Мәҙәни йомалар» — Арт-клубтың мәғрифәтселек проекты. Бында мәҙәниәт, сәнғәт, тарих, фән темаларына әңгәмәләшеү өсөн ижади кешеләр саҡырыла.
— «Мәҙәни йома» арт-клубында яҡшы кешеләр менән төрлө темаларға аралашырға мөмкин. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, рәссамдарға, ғалимдарға, дизайнерҙарға һорау бирергә теләһәгеҙ, беҙгә килегеҙ. Маҡсатыбыҙ — Өфө ҡалаһының мәҙәни мөхитен үҙгәртеүҙә ҡатнашыу, — тип аңлатты арт-клуб директоры Айгөл Рәшитова.
Арт-клуб түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: К.Маркс урамы, 37, 1-се корпус, 310-сы бүлмә. Тулыраҡ мәғлүмәт — сайтта.
Киске сәғәт 7-лә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика