05:13 (UTC+5), 20 Января 2015

Әҙәбиәт йылы эмблемаһының иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әҙәбиәт йылын рәсми асыу Башҡортостанда йәшәүселәргә ҡыҙыҡлы ижади проекттар башланыуы менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Тантаналы сара 30 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә.
Байрамда Әҙәбиәт йылының эмблемаһы һәм девизы раҫланасаҡ. Республика Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эмблеманың иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе билдәләнгән: ул рәссам, «Рампа» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий. Жюри ағзалары рәссамға эскизды эшләп бөтөрөргә һәм башҡорт телендә яҙыу өҫтәргә тәҡдим итте.
Эмблеманың төп элементы — ҡаҙ ҡаурыйы. Ҡаурыйҙың өҫкө өлөшө Пегас йәки Аҡбуҙат ҡанаты рәүешендә, ҡаурый өҫтөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Эмблеманың аҫҡы өлөшөндә башҡорт һәм рус телдәрендә 2015 йыл, Әҙәбиәт йылы тип яҙылған.
Конкурсҡа рәссамдарҙан, ябай кешеләрҙән, шул иҫәптән балаларҙан 114 эш килде. Улар билдәле рәссамдарҙан торған комиссия тарафынан ҡаралды. Иң яҡшы эш өсөн бүләкләү 20 мең һум тәшкил итә.
Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә театрлаштырылған тамаша буласаҡ. Тантаналы сарала Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби нағыш» республика марафоны старт аласаҡ.
Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында өфөләргә яңы китаптар тәҡдим итәсәктәр. Күргәҙмә-йәрминкә өс көн эшләйәсәк.
— Маҡсатыбыҙ — йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү. Шуға күрә сараның төп бурысы — ҡалала йәшәүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы китап менән эшләүсе ойошмалар менән таныштырыу. Тәү сиратта был республика һәм ҡала нәшриәттәре, китап һатыу ойошмалары, китапханалар, — тип аңлаттылар Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығында.
Балалар китапханалары кескәй китап уҡыусылар өсөн «Бала саҡ юлдары буйлап китап менән» тип аталған мөйөш ойошторасаҡ, унда китап күргәҙмәләре һәм төрлө уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк. Икенсе ҡаттағы фойела әҙәби геройҙар балы уҙасаҡ.
Шунда уҡ ҡаланың билдәле яҙыусыларынан автограф алыу ойоштороласаҡ. Улар үҙҙәренең әҫәрҙәрен генә тәҡдим итеп ҡалмай, шулай уҡ китап уҡыусылар менән осрашасаҡ, уларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Баш ҡала китапханалары үткәрәсәк акцияла китапханаға яҙылырға саҡырыусы флаерҙар таратыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика