10:52 (UTC+5), 19 Января 2015

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләков арабыҙҙан китте

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте Әҙәбиәт йылының тәүге көндәрендә ауыр юғалтыу кисерҙе.
18 ғинуарҙа 67-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләков ваҡытһыҙ вафат булды.
Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был «һикереүҙәр» миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле яҙыусыға һәм драматургҡа инфаркт булды.
Тап 18 ғинуарҙа Мәскәү сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры уның «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?» драмаһы буйынса спектаклен күрһәтә. Һуңғы юлға драматург тамашасылар алҡышлауында китте.
Мәрхүм менән хушлашыу 20 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Әхмәт-Зәки Вәлиди урамы, 34.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Күренекле яҙыусы, драматург һәм киң күңелле кеше хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика