11:34 (UTC+5), 16 Января 2015

Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә республикала «Йәшә, китап!» акцияһы башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 ғинуарҙа Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын асыу көнөндә Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Йәшә, китап!» акцияһы башлана.
Акция йыл дауамында барасаҡ.
— Толерантлы мөнәсәбәт тәрбиәләү һәм инклюзив белем биреүҙе алға ебәреү маҡсатында акцияла Өфө ҡалаһының дөйөм белем биреү һәм коррекция мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының директор урынбаҫары Олег Кушнерук.
Акция башланған көндө ҡатнашыусыларға китапхана буйлап экскурсия ойоштороласаҡ. Улар китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, фонды, рельефлы-һүрәтле Брайль шрифты менән китап баҫыу эшен күҙәтәсәк. Экскурсияла ҡатнашыусыларға Әҙәбиәт йылына бағышланған «Әҙәби донъя» китап күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.
Китапхана уҡытыусылары һәм белгестәре менән бергә китап уҡыусылар тыуған яҡты өйрәнеү тематикаһына тактиль китап ҡулъяҙмаһын әҙерләйәсәк. Акция аҙағында ҡатнашыусылар насар күргән бәләкәстәр өсөн китап сығарасаҡ.
Акцияның төп маҡсаты — гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү һәм заманса йәмғиәттең берлеген нығытыу. Ул түбәндәге принциптарға: уҡыусыларҙың, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың социаль тигеҙлеге, мәҙәни тормошта ҡатнашыу, асыҡлыҡ һәм башҡа халыҡтар һәм мәҙәниәттәр менән үҙ-ара килешеп эш итеү, ижад азатлығына ярашлы уҙғарыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика