09:38 (UTC+5), 15 Января 2015

Башҡортостан ирекмәндәре Википедияға мәҡәләләр өҫтәү буйынса акцияла ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Бөгөн — Бөтә донъя Википедия көнө. Виртуаль энциклопедияны булдырыусы әүҙем ирекмәндәр был ваҡиғаны флешмоб менән билдәләргә — тыуған ауыл йәки ҡала тураһында мәҡәләгә өҫтәмә индерергә тәҡдим итә.
Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, башҡорт ирекмәндәре быны дәррәү күтәреп алды һәм Википедияның барлыҡ ҡулланыусыларын да акцияға ҡушылырға саҡыра. Быны эшләү бик ябай. Интернет селтәрендә Википедияны табып, сайттың эҙләү тәҙрәһендә ауыл исемен яҙырға һәм «эҙләү» кнопкаһына баҫырға кәрәк. Әгәр ҙә мәҡәләне уҡығанда һеҙгә билдәле булған мәғлүмәттең юҡлығы асыҡланһа, «төҙәтеү» һылтанмаһына баҫып, мәҡәләне тамамларға һәм «һаҡлау» һылтанмаһына баҫыу зарур.
Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәҡәләләрҙе башҡорт, рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, чечен, әрмән телдәрендәге бүлектәрҙә табырға мөмкин, тип хәбәр итә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре.
Википедия рәсми рәүештә 2001 йылдың 15 ғинуарында инглиз телендә асыла. Бөгөн Википедия ирекмәндәр тарафынан 770 телдәрҙә булдырыла, шуларҙың 277-һе үҙ аллы проект статусына эйә. Википедияның башҡорт телендәге үҙ аллы бүлеге 2005 йылдың 16 апрелендә эшләй башланы. Быйыл ул юбилейын билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика