16:02 (UTC+5), 14 Января 2015

Милли китапханала «Яныбай Хамматов романдары йондоҙлоғо» виртуаль күргәҙмәһе асыла

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтөлә.
16 ғинуарҙа Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Яныбай Хамматов романдары йондоҙлоғо» виртуаль күргәҙмәһе уҙғарыла. Күргәҙмә китап уҡыусыларға «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы менән билдәле булған яҙыусының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған.
5 февралдә китапханала студенттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, яҙыусылар, тәнҡитселәр ҡатнашлығында Таңсулпан Ғарипованың «Әҙәбиәттең юғары миссияһы» ижад лабораторияһы үтә.
Милли китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында билдәле әҙиптәрҙең, шул иҫәптән яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижадын популярлаштырыуға, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында китап уҡыуҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар циклы планлаштырылған. Башҡорт яҙыусылары, шағирҙары һәм ғалимдары — Мәжит Ғафури, Һәҙиә Дәүләтшина, Әхмәт-Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев ижадына арналған күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
Дат яҙыусыһы Ханс-Кристиан Андерсендың, француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың, чех яҙыусыһы Карел Чапектың, рус шағирҙары, яҙыусылары һәм телселәре Александр Грибоедов, Антон Чехов, Сергей Есенин, Сергей Ожегов, Александр Твардовскийҙың юбилей даталарын билдәләү күҙ уңында тотола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика