07:30 (UTC+5), 26 Декабря 2014

«Китап» нәшриәтенең интернет-магазины яңы электрон китаптар менән тулыланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Китап» нәшриәтендә, традицион баҫмаларҙан тыш, китаптарҙың күбеһе электрон төрҙә сығарыла. Донъя күргән китаптар ҙа яйлап электрон вариантҡа күсерелә. Фәнни-популяр, уҡыу-педагогик, балалар әҙәбиәте һәм фотоальбомдар — бөтәһе 150-нән ашыу электрон китап сығарылған.
— Хаҡын түләгәс, уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған китапты pdf һәм djv форматында күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Быйыл 11 автор китаптарын тик электрон вариантта ғына сығарҙы. Байрам алдынан интернет-магазиныбыҙ яңы китаптар менән тулыланды, — тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» киҫкен сюжетлы сәйәси-фәлсәфәүи романы «үҙгәртеп ҡороу» дәүеренең әҙәби һәйкәленә әүерелде. 1993 йылда ошо романы өсөн автор Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Китап уҡыусыларға республикала билдәле яҙыусы, журналист, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Ризван Хажиевтың «Азатлыҡ хаҡы» тип аталған яңы китабы тәҡдим ителгән. Донъя күргән китаптар араһында фәнни баҫмалар ҙа бар.
Электрон китаптар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт нәшриәттең рәсми сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика