16:55 (UTC+5), 25 Декабря 2014

Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт драматургы Азат Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль уңышлы үтте

ӨФӨ, 2014 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Кесаҙна Евгений Вахтангов исемендәге Мәскәү дәүләт академия театры Америка Ҡушма Штаттарында гостролдә булып ҡайтты. Улар башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына пьесаның авторы Азат Абдуллин хәбәр итте, ул үҙе лә театр труппаһы менән гастролдә булды.
— Америка Ҡушма Штаттарында Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль менән уңышлы сығыш яһаныҡ, — тип һөйләне Вахтангов театры директоры урынбаҫары Григорий Пумашев. — Спектаклде Нью-Йорк, Вашингтон, Филадельфия, Бостон, Чикаго ҡалаларында күрһәттек. «Раббым баҡсаһы»н бөтә ерҙә һоҡланып ҡабул иттеләр, алҡыштар ҙа, күҙ йәштәре лә булды. Пьесала Рәсәйҙән сит илгә эмиграцияланған балет артисы Рудольф Нуриев хаҡында һүҙ бара. Тамашасылар ҙа, артистар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Беҙҙе йәнә Америкаға гастролгә саҡырҙылар. Ризалашырбыҙ тип уйлайбыҙ. Күп тапҡыр АҠШ-та гастролдәрҙә булдыҡ, әммә был юлы «Раббым баҡсаһы» спектакле менән ҙур уңышҡа ирештек. Был театрҙың уңышы, пьеса авторы, яҡташығыҙ Азат Абдуллиндың еңеүе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың февралендә Роман Витюк театрының гастролдәре үтте, унда Азат Абдуллиндың «Раббым баҡсаһы» спектакле күрһәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика