07:03 (UTC+5), 24 Декабря 2014

Интернетта «Етегән» нәфис фильмының премьераһы буласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Интернетта «Етегән» нәфис фильмының премьераһы буласаҡ. Фильмды 29 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа «Р.И. Продакшн» киностудияһы сайтында күрһәтәсәктәр.
«Етегән» — ете ҡыҙ хаҡында башҡорт халыҡ йырҙары һәм легендаларына нигеҙләнеп төшөрөлгән музыкаль драма. Режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы һәм проекттың продюсеры, ҡуйыусы операторы — Рияз Исхаҡов.
Фильм 2013 йылдың сентябрендә Әбйәлил районының Ташбулат ауылы эргәһендә төшөрөлгән. Унда 150-нән ашыу кеше, шул иҫәптән Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө ҡатнаша. Музыкаль драмала башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған 50-гә яҡын декорация ҡулланылған.
Фильм Башҡортостан Президенты гранты, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «А плюс» типографияһы, «Ҡаракүк. Продакшн» ижади берекмәһе ярҙамында төшөрөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика